Пунктуация

Тыныш билдәләре әллә ни күп түгел, улар 10: нөктә, һорау һәм өндәү билдәләре, өтөр, нөктәле өтөр, ике нөктә, һыҙыҡ, йәйәләр, күп нөктәләр, тырнаҡтар. Был уларҙың киң һәм мәғәнәле төрҙәре булыуын күрһәтә, сөнки өтөр ярҙамында, мәҫәлән, тиң киҫәктәрҙе лә, айырымланған эйәрсән киҫәктәрҙе лә, өндәш һәм инеш һүҙҙәрҙе лә, ҡушма һөйләмдәр составындғы ябай һөйләмдәрҙе лә айырып күрһәтергә мөмкин.

Тыныш билдәләрен тел ғилемендә функциялары буйынса ике төргә бүлеп йөрөтөү традицияға ингән:

1. Һөйләмдәрҙе мәғәнәүи өлөштәргә бүлеүсе тыныш билдәләре, улар иҫәбенә парлы өтөрҙәр, парлы һыҙыҡтар, йәйәләр һәм тырнаҡтар ҡарай. Улар һөйләм эсендәге элементтарҙың, компоненттарҙың сиген күрһәтәләр, шулай уҡ йә тотош һөйләмдең, уның мәғәнәүи киҫәктәренең йөкмәткеһен аныҡлайҙар, тулыландыралар, йәки телмәр авторының әйтелгән фекергә мөнәсәбәтен белдерәләр.

2. Айырыусы тыныш билдәләренә нөктә, һорау һәм өндәү билдәләре, өтөр, нөктәле өтөр, ике нөктә, һыҙыҡ һәм күп нөктәләр инә. Был төргә ҡараған тыныш билдәләре текстағы айырым һөйләмдәрҙең сиген күрһәтеүгә, эйә составы менән хәбәр составын, тиң киҫәктәрҙең бер төркөмөн икенсеһенән бүлеүгә, ҡушма һөйләм составындағы ябай һөйләмдәрҙең сиген билдәләүгә булышлыҡ итәләр.

Күп вазифалы тыныш билдәләренә өтөр менән һыҙыҡ инә. Улар, контексҡа ҡарап, йә айырыу, йә бүлеү вазифаһын башҡарып йөрөргә мөмкин. Мәҫәлән, өтөр һөйләмдең тиң киҫәктәрен һәм ҡушма һөйләм киҫәктәрен бер-береһенән айырыу өсөн дә, шулай уҡ айырымланған һөйләм киҫәктәрен, өндәш һүҙҙәрҙе, инеш һүҙ, инеш һүҙбәйләнеш һәм инеш һөйләмдәрҙе башҡа һөйләм киҫәктәренән бүлеп алыу өсөн дә ҡулланылып йөрөй. Һыҙыҡ үҙ сиратында тиң киҫәктәрҙе дөйөмләштереүсе һүҙҙәрҙән айырыу өсөн һәм инеш һүҙ инеш һүҙбәйләнеш һәм инеш һөйләмдәрҙе бүтән һөйләм киҫәктәренән бүлеү өсөн хеҙмәт итә.

Тура телмәрле һөйләмдәрҙә лә бер үк ваҡытта айырыусы һәм бүлеүсе тыныш билдәләре ҡуйылырға мөмкин.

Пунктуация ҡағиҙәләре еңелдән ауырға принцибында өйрәнелә. Шул йәһәттән уларҙы түбәндәге төрҙәргә бүлергә мөмкин:

1) һөйләм аҙағындағы тыныш билдәләре.

2) эйә менән хәбәр араһындағы һыҙыҡ.

3) тиң киҫәктәр һәм дөйөмләштереүсе һүҙҙәр араһындағы тыныш билдәләре.

4) өндәш һүҙ, инеш һүҙ һәм инеш һөйләмдәрҙәге тыныш билдәләре.

5) айырымланған эйәрсән киҫәктәрҙәге тыныш билдәләре.

6) тура телмәрле һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре.

7) теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре.

8) эйәртеүле ҡушма һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре.

9) ҡатмарлы синтаксик конструкцияларҙа тыныш билдәләре.

10) теҙемдәрҙә тыныш билдәләре.