Тырнаҡтар

Бүлеүсе тыныш билдәләренең береһе – тырнаҡтар, улар парлы тыныш билдәләре иҫәпләнәләр.

Тырнаҡтар – график билдә, текстың элементтарын бүлеү, билдәләү өсөн ҡулланыла. Улар үҙҙәренең эсенә алынған телмәр элементтарының ғәҙәти түгеллеген, йәғни сит, ят күренеш булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алыу маҡсатында ҡуйыла.

1. Тура телмәрҙәр тырнаҡтар эсенә алына. Мәҫәлән: Н.Нәжми: “Шағир – йәмғиәттең бер эшмәкәре, тормоштоң уйлана һәм моңлана торған ағзаһы”.

2. Берәй текст эсендә бирелгән һөҙөмтәләр, халыҡ мәҡәлдәре, әйтемдәре тырнаҡтар эсенә алына. Мәҫәлән: Үҙе тыуып-үҫкән ерҙең «гөл сәскәләй болондары», «балдай татлы һыуҙары» илһамландыра шағир күңелен.

3. Һөйләм эсендә килгән газета, журнал, әҫәр, китап, предприятие, фабрика, завод, йыр, миҙал, машина атамалары булған шартлы исемдәр тырнаҡтар эсенә алынып яҙыла. Мәҫәлән: Башҡорт ҡурайының тарихында быуын-быуындан килгән халыҡ музыканттары араһында йәнә «Буранбай», «Ялан Йәркәй», «Һыр», «Сәлимәкәй», «Иркутск» һымаҡ классик йырҙарҙың авторы иҫәпләнгән Буранбай Йәркәй Ҡотдосов (1781-1868), Ишмөхәммәт Мырҙаҡаев (1768-1878) сәсәндәр, С.Г. Рыбаковтың «Урал мосолмандарының музыкаһы һәм йырҙары» китабы буйынса билдәле Иван Лоҡманов, Ислам Моратов, Мәғәфүр Ҡараҡаев, Толомғужа Ғөбәйҙуллин, Бирғәле тигән ҡурайсыларҙың исемдәре айырылып тора.

4. Иронияны, юморҙы, сатираны, сарказмды, кире мәғәнәне, дуҫтарса көлөүҙе, ғөмүмән, берәй тойғоно, мөнәсәбәтте аңлатыусы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр тырнаҡтар эсенә алына. Мәҫәлән: Мәжитов «яраланған» самолетты тыңлата-буйһондора алмай яфаланды.