Күп нөктәләр

Күп нөктәләр һөйләм аҙағында йәки һөйләм эсендә уның киҫәктәрен бер-береһенән айырыу маҡсатында ҡулланыла. Айырыу функцияһынан башҡа күп нөктә бик күп төрлө мәғәнә биҙәктәрен асыу маҡсатында бирелә, бигерәк тә телмәрҙең эмоциональ мәғәнәһен еткереүҙә ҙур роль уйнай. Был осраҡта күп нөктә үҙ эсенә ҙур һәм тәрән йөкмәткене ала, ул тик киң контекста ғына аңлашылыуы мөмкин. Ул түбәндәге осраҡтарҙа ҡулланыла.

1. Күп нөктәләр фекерҙең әйтелеп бөтөлмәүен белдергән осраҡтарҙа ҡуйыла. – Хәтәр икән… Шул буш баҫыуҙан!..

2. Күп нөктәләр телмәрҙең өҙөк-өҙөк булыуын, тәрән кисерештәр, тойғолар арҡаһында уның ҡыйынлыҡ менән әйтелешен еткергән осраҡта ҡуйыла. Мәҫәлән: Камил!.. Миңә нисек рәхәт. Һин ҡайтҡас…

3. Күп нөктә фекерҙең күп мәғәнәлелеген аңлатҡан, йәшерен мәғәнәгә ишара яһаған осраҡтарҙа ҡулланыла. Мәҫәлән:

Бына… шулай инде, бисәкәй, – тигән булды Сәғит, уйҙары менән йыраҡҡа китеп. – Ошо эштән ҡотолһам, бына тигән итеп әҙәмсә йәшәрбеҙ әле.

4. Әҫәрҙең эмоциональ яғын асыуҙа күп нөктә иҫ киткес ҙур роль уйнай. Әйтергә теләгән фекерҙе асыҡтан-асыҡ итеп түгел, ә йәшерен бирелгән мәғәнәне аңларға урын ҡалдыра. Бындай күренеш поэтик әҫәрҙәргә хас.

Тарих… тарих… Һинең юлдарыңда

Мөғжизәләр, мәхшәр сәселгән.

5. Күп нөктәләр һөйләмдең уртаһында ла, аҙағында ла, цитаталағы төшөрөп ҡалдырылған һүҙҙәр урынында ла ҡуйыла. Ул… ул, бәлки, Рәсимә апай булғандыр…

Ҡайһы бер тыныш билдәләре махсус интонацияға эйә булмауҙары ла мөмкин. Мәҫәлән, күп нөктә, ҡатнаш тыныш билдәләре. (??), (?!), (!?!), абзац башындағы күп нөктәләр:

Шартлап осто тағы, ах, ҡайһы тау?!

Өҙөлгәндәй минең йөрәк бау.

Шулай ҙа тыныш билдәләренең ҡуйылышында ҡайһы бер уртаҡ, дөйөм һыҙаттар ҙа юҡ түгел: беренсенән, ыңғай һүҙ тәртибе булғанда эйәртеүсе һүҙ менән эйәреүсе һүҙ араһында, ғәҙәттә, тыныш билдәләре ҡуйылмай: Шакиров уларҙың шулай һөйләшеүенә йылмайып ултырҙы.

Әгәр ҙә һөйләмдәге һүҙ тәртибе семантик, стилистик талаптарҙан сығып үҙгәртелһә, айырымланыу күренеше барлыҡҡа килә, ул саҡта һөйләм уртаһында килеүсе айырымланған эйәрсән киҫәк йә парлы тыныш билдәһе өтөр менән айырымлана, йә һыҙыҡ ҡуйыла: Сәлимә еңгәм, бахыр, алыҫ булһа ла, Ныязғол ҡайнағаға еңгә тейеш тә баһа.

Икенсенән, ҡайһы бер һөйләмдәрҙә ике төрлө тыныш билдәһе ҡуйыла алыу осраҡтары була. Бындай ваҡытта, ғәҙәттә, мәғәнәһе көслөрәк һәм мөһимерәк булған тыныш билдәһе ҡуйыла:

Бары йырҙа ғына үҙ-үҙемдән

Ҡаса алмайым мин – мин осам. – һөйләмендә ҡаса алмайым мин тигәс, пунктуацион ҡағиҙәгә ярашлы өтөр ҙә, хатта нөктә лә ҡуйыла ала, ләкин автор һыҙыҡ билдәһен ҡулланған, сөнки был осраҡта уның мәғәнәһе, функцияһы өтөргә ҡарағанда көслөрәк. Автор ҡуйған һыҙыҡ билдәһе лирик геройҙың хис-тойғоһон, эмоциональ торошон уҡыусыға тулыраҡ аңлауға, еңелерәк ҡабул итергә булышлыҡ итә. Уларҙы автор тыныш билдәләре тип атау традицияға ингән.

Автор тыныш билдәләре пунктуацияның яҙма телмәрҙә мөмкинлектәрен киңәйтә. Мәҫәлән: Рус телен өйрәнеү – һәр милләт студенты өсөн талапҡа әйләнергә тейеш. Был һөйләмдә автор һыҙыҡ билдәһен ҡулланған, ә пунктуацион ҡағиҙә буйынса исем ҡылым менән бирелгән эйә һәм уртаҡ ҡылым менән модаль һүҙ аша бирелгән хәбәр араһында һыҙыҡ ҡуйылыу ҡаралмай.

Автор тыныш билдәләре – ул пунктуацион ҡағиҙәләрҙә ҡаралмағанса тыныш билдәләрен ҡулланыу. Автор был тыныш билдәләренә үҙе әйтергә теләгән йөкмәткене һала. Автор тыныш билдәләре сифатында күберәк һыҙыҡ һәм күп нөктәләр ҡулланыла. Һыҙыҡ билдәһе ҡапма-ҡаршылыҡты белдереү һәм һыҙыҡтан һуң килгән өлөштө билдәләү маҡсатында бирелә: Ләкин – һаҡ булығыҙ! һуңынан – улар юғалды…

Күп нөктәләр автор тарафынан телмәрҙең өҙөклөгөн, тулҡынланыуҙы, эмоциональ кисереште еткереү маҡсатында ҡулланылалар: Күп тә үтмәй…бер-бер артлы пулялар уйнай башланы.