Ҙур хәрефтәрҙең яҙылышы

Ҙур хәреф менән башлап яҙыла:

  1. Һөйләм башындағы һүҙҙәр.
  2. Яңғыҙлыҡ исемдәр һәм ҡушаматтар: Урал, Рәшит Ниғмәти, Әсхәл Әхмәт-Хужа, Аҡъял батыр; Юпитер, Галактика; Аҡтырнаҡ, Ҡарағолаҡ һ. б.
    Иҫкәрмә: Ҡояш, ер, ай һүҙҙәре күк есеме булараҡ атап әйтелгәндә ҙур хәреф менән, башҡа ваҡытта бәләкәй хәреф менән яҙыла: Ерҙең барлыҡҡа килеүе, Ҡояштағы таптар, ләкин ҡояш сыҡты, ер йәшәрҙе.
  3. Төрлө ойошма һәм предприятиеларҙың бер нисә һүҙҙән торған атамаһындағы тәүге һүҙ: Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Башҡорт дәүләт академия драма театры, Башҡорт дәүләт медицина университеты һ. б.
    Иҫкәрмә: Бер нисә һүҙҙән яһалған иң юғары дәүләт органдарының, иң мөһим халыҡ-ара ойошмаларҙың, шулай уҡ ил-дәүләттәрҙең ҡатмарлы атамаһындағы һәр атама һүҙ ҙур хәреф менән башлап яҙыла: Башҡортостан Республикаһы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы һ. б.
    Сингармонизм законының ялғау башындағы һәм һүҙ эсендәге л, ҙ, д, т өндәренең сиратлашыуына ҡағылған айырым бер күренеше.
  4. Илдәге юғары вазифа атамалары һәм хөрмәт исемдәре: Дәүләт Думаһы, Башҡортостан Республикаһы Башлығы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай hәйесе, Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры, Рәсәй Геройы һ. б.
  5. Илдәге байрам, билдәле дата һәм мөһим ваҡиғаларҙы белдергән атамаларҙың тәүге һүҙе: Белем көнө, Апрель конференцияһы, Яңы йыл байрамы һ. б.
  6. Дата менән аталған байрам исемендәге һан цифр менән бирелһә — ай исеме, һүҙ менән бирелһә — икеһе лә ҙур хәреф менән яҙыла: 8 Март байрамы — Һигеҙенсе Март байрамы.
    Бер нисә һүҙҙең хәрефенән ҡыҫҡартып яһалған атамалар: РФ, БР, БДПУ, БДУ.