Яңғыҙлыҡ исемдәрҙең һәм атамаларҙың яҙылышы

А. 1. Ер-һыу атамаларының диалекталь фонетик үҙенсәлектәре әҙәби телгә үҙгәртелмәй алына: Атауҙы (күл), Һаттыҡ (ауыл), Суртанды (күл), Үләнде (күл), Таҙлар (ауыл) һ. б.

  1. Ер-һыу атамаларының төп атама өлөшөнә ингән бөтә һүҙҙәр ҡушып яҙыла: Атсабар (ауыл), Баламйәбеш (тау), Биштәкә (ауыл), Буралған (тау), Һыйырғасҡан (тау), Алайғыр (ауыл).
  2. Ике үҙ аллы атаманан ҡушарлап яһалған ер-һыу атамаларының һәр өлөшө ҙур хәреф менән һыҙыҡса аша яҙыла: Ҡолтай-Ҡаран (ауыл), Еҙем-Ҡаран (ауыл), Ҡаран-Ҡуңҡаҫ (ауыл), Ҡыпсаҡ-Асҡар (ауыл), Ҡаңны-Төркәй (ауыл) һ. б.
  3. Ер-һыу атамаһына аныҡлаусы булып килгән һүҙҙәр ҙур хәреф менән айырым яҙыла: Оло Эйек, Кесе Эйек (йылғалар), Беренсе Этҡол, Икенсе Этҡол (ауылдар), Иҫке Ҡаратаулы, Яңы Ҡаратаулы, Үрге Йәркәй (ауылдар) һ. б.
    Ләкин аныҡлаусы үҙ мәғәнәһен һәм баҫымын юғалтып, аныҡланыусы менән бергә бер бөтөн атама яһауҙа ҡатнашһа, ҡушып яҙыла: Һарығамыш (ауыл), Ҡараяҡуп (ауыл) һ. б.
  4. Төп атамаға эйәреп килгән терминдар бәләкәй хәреф менән айырым яҙыла: Урал тауы, Һаҡмар йылғаһы, Салауат Юлаев проспекты, Әй урамы, Пушкин бульвары һ. б.
    Ләкин шул терминдар эйәлек ялғауын юғалтып, төп атама менән ҡушылһа, бергә яҙыла: Ҡарауылтау, Ямантау, Стәрлетамаҡ, Арҡауыл, Яңауыл, Ағиҙел, Аҡкүл, Уралтау һ. б.
    Иҫкәрмә: Аҡ диңгеҙ, Ҡара диңгеҙ, Ҡыҙыл диңгеҙ, Һары диңгеҙ кеүек рус теленән алынған атамалар айырым яҙыла.
    Б. 1. Төрлө ойошма атамаларының һәм башҡа яңғыҙлыҡ исемдәрҙең төп өлөшө ҙур хәреф менән, уға эйәреп килгән терминдар бәләкәй хәреф менән яҙыла: Өфө дәүләт нефть техник университеты, Белорет металлургия комбинаты, Өфө ғилми үҙәге, Башҡортостан Фәндәр Академияһы һ. б.
  5. Шартлы исемдәр тырнаҡ эсенә алына: «Ирәндек» магазины, «Ҡарлуғас» ательеһы һ. б.
    Ошо иҫәптән гәзит, журнал, китап, әҫәр исемдәре, төрлө машина һәм башҡа нәмәләрҙең шартлы атамалары ла ҙур хәреф менән яҙылып, тырнаҡ эсенә алына: «Ағиҙел» журналы, «Башҡортостан» гәзите, «Ҡан» романы, «Союз-5» карабы, «Ромашка» кәнфите һ. б.
    Был атамалар исемендәге тигән һүҙ менән килһә, тырнаҡ ҡуйылмай: Мостай Кәрим исемендәге башҡорт гимназияһы, Салауат Юлаев исемендәге хоккей клубы һ. б.
    Тырнаҡ эсенә алынған һүҙҙәрҙең ялғауы тырнаҡ тышына сығарылмай: «Башҡортостан ҡыҙында» сыҡҡан мәҡәлә, «Ысын кеше тураһындағы повесты» уҡыным.
    Төрлө машина йәки техник ҡорамалдың шартлы атамаһын түгел, маркаһын белдергән билдәләр тырнаҡ эсенә алынмай яҙыла: ГАЗ-69 машинаһы, Т-34 танкыһы.