Ябай һүҙҙәрҙең яҙылышы

А. Тамыр йә нигеҙ һүҙ эсендә баҫымлы -о-/-ө-, -ы-/-е- һуҙынҡылары булһа, ялғау ҡушҡанда төшөрөп ҡалдырмай яҙыла:
а) онот — онотолған, онотоу; йөрө — йөрөтөлгән, йөрөтөү;
б) урын — урыны, урынында; исем — исеме, исемендә; хәреф — хәрефе, хәрефенә; бер — береһе, береһенән һ. б.
Ләкин һуңғы ижектәге шул уҡ баҫымлы -о-/-ө-, -ы-/-е- һуҙынҡылары сифат яһаусы -и ялғауы ҡушылғанда һәм ирек, бүрек, халыҡ, милек, холоҡ һүҙҙәренә эйәлек ялғауы ҡушылғанда төшөп ҡала:
а) синыф — синфи, ғилем — ғилми һ. б.
б) ирек — ирке, бүрек — бүрке, халыҡ — халҡы, милек — милке, холоҡ — холҡо.
Б. 1. Тамыр һүҙ эсендәге асыҡ ишетелмәй торған баҫымһыҙ о-/- ө -, -ы-/-е- һуҙынҡылары -р- алдына тура килгәндә яҙылмай: аҫрау, биҙрәү, бөҙрә, бысраҡ, иңрәү, йоҙроҡ, йомро, кәкре, күкрәк, кәпрәйеү, кәпрән, ҡойроҡ, мөңрәү, осрау, сепрәк, сүпрә, тетрәү, тоғро, томра, төпрә, тупраҡ, тызрайыу, тыҡрыҡ, тәҙрә, уғры, әкрен, әүрәү, япраҡ, яурын һ. б.
Ләкин шул уҡ -р- алдынан килгән -о-/-ө-, -ы-/-е- яһалма һүҙҙең нигеҙендәге баҫымлы ижектә торһа, яҙыуҙа улар һаҡлана: бойор — бойороҡ, айыр — айырым, төкөр — төкөрөк, йүткер — йүткерек һ. б.

  1. Аҙағы -рҡ/-рк, -лҡ/-лк ҡуш тартынҡылары менән бөткән һүҙҙәргә ялғау ҡушҡанда, һуңғы -ҡ/-к өндәре -ғ/-г менән сиратлашмаһа, ҡуш тартынҡылар араһында бер ваҡытта ла -о-/-ө-, -ы-/-е- хәрефтәре яҙылмай:
    а) ҡырҡ (40) — ҡырҡынсы; ҡырҡ — ҡырҡа, ҡырҡыу, ҡырҡты; ҡурҡ — ҡурҡа, ҡурҡҡан, ҡурҡыу; һарҡ — һарҡыу, һарҡа, һарҡҡан; күрк — күрке, күркле, күркәм һ. б.
    б) ҡалҡ — ҡалҡа, ҡалҡытыу, ҡалҡыр; йолҡ — йолҡа, йолҡто, йолҡор; һелк — һелкеү, һелкә, һелкте һ. б.
  2. Аҙағы -ыш/-еш, -ош/-өш менән бөткән һүҙҙәрҙән -ай/-әй ялғауы ярҙамында ҡылым яһалғанда, һуңғы ижектәге -ы-/-е-, -о-/-ө- төшөп ҡала: аңыш — аңшайыу, бәлеш — бәлшәйеү, кәүеш — кәүшәйеү, салыш — салшайыу, ҡыйыш — ҡыйшайыу һ. б.
    В. Тартынҡы өнгә бөткән һүҙҙәргә -раҡ/-рәк ялғауы ҡушылғанда, ялғау алдына -о-/-ө-, -ы-/-е- хәрефтәре ҡуйып яҙыла: төҙ — төҙөрәк, оҙон — оҙонораҡ, аҙ — аҙыраҡ, алыҫ — алыҫыраҡ, күп — күберәк.
    Г. 1. Һүҙ эсендәге -нг-/-нғ-, -нк-/-нҡ- һәм -ңг-/-ңғ-, -ңк-/-ңҡ- ҡуш тартынҡыларында -н-, -ң- хәрефтәренең яҙылышы түбәндәгесә билдәләнә:
    Әгәр ул -н өнөнә бөткән нигеҙҙән -ге/-ғы, -ке/-кы ялғауҙары менән яһалған һүҙ булһа, -н- менән яҙыла: алдын — алдынғы, борон — боронғо, түбән — түбәнге, бошон — бошонҡо, ҡоторон — ҡоторонҡо, тартын — тартынҡы һ. б.
    Нигеҙ һүҙҙең эсендә булһа, -ң- менән яҙыла: диңгеҙ, зәңгәр, ҡараңғы, ҡорсаңғы, мәңге, саңғы, сәңгелдәк, һаңғырау, тәңкә, өйәңке һ. б.
  3. Аҙағы -ң- менән бөткән оҡшатыу һүҙҙәренән -ғыра ялғауына ҡушып яһалған ҡылымдарҙа һәм шул ҡылымдан яһалған исемдәрҙә -ғ- хәрефе һаҡлана: яңғыра, сыңғыра, ҡыңғырау һ. б.
    Ғ. Һүҙ эсендә йәки аҙағында -н өнөнән һуң -б, -м өндәренең береһе килһә, -н өнө -м булып ишетелә, ләкин яҙғанда -н яҙыла: ун бер, барғанмын һ. б.
  4. Башҡорт теленә рус яҙма теленән ингән һүҙҙәрҙең тамыр һәм нигеҙ өлөштәре рус орфографияһы нигеҙендә яҙыла: революция, идея, океан, клуб һ. б.
  5. Башҡорт теленә инеп, фонетик яҡтан үҙләшеп бөткән рус һүҙҙәре башҡортса әйтелешендә яҙыла: калуш, карап, карауат, кеүәҫ, көршәк, матрас, мисәт, перәник, пинжәк, ялыу, кәнфит, кәрзин, кәстрүл, кукуруз, минут, бумазый, эшләпә, ыҫмала һ. б.