Ҡушма һүҙҙәрҙең яҙылышы

А. Ҡушып яҙыу. Үҙ-ара грамматик мөнәсәбәттәрен юғалтып, берәй нәмәгә йәки бер бөтөн төшөнсәгә атама булып киткән, бер һүҙ берәмегенә әүерелгән ҡушма һүҙҙәр ҡушып яҙыла.

1. Тәүге һүҙе аныҡлаусы мәғәнәһен юғалтып, икеһе бергә бер атама булып киткәндә:

а) айғолаҡ, айыуғорт, ағалтын, йыланбалыҡ, сүмесбаш; аҡбалыҡ, аҡҡош, аҡтамыр (үлән), аҡһаҡал (ырыу уҙаманы), аҡһөйәк (юғары ҡатлам кешеһе), алабуға, алабута, билбау, ҡарабойҙай, ҡарағалпаҡ (халыҡ исеме), ҡарағас, ҡарағат, ҡарағош, ҡыҙылғанат, сәмреғош, терегөмөш, тораташ, хужабикә, һынташ, ярғанат, бишбармаҡ (аш), осҡат (ағас), һигеҙгүҙ (һөйәк), меңьяпраҡ (үлән), өсмөйөш (геометрик фигура) һ. б.

б) көньяҡ, төньяҡ, аръяҡ, бирьяҡ.

Иҫкәрмә: Шул уҡ яҡ менән килгән һүҙҙәрҙең ҡалғандары, ике аралағы грамматик мөнәсәбәт һәм һәр береһенең үҙ баҫымы һаҡланған өсөн, айырым яҙыла: арғы яҡ, бирге яҡ, аҫ яҡ, өҫ яҡ, ос яҡ, төп яҡ, ур яҡ, түбән яҡ, уң яҡ, һул яҡ, арт яҡ, ал яҡ, ян яҡ һ. б.

1.         Эйәлек мөнәсәбәте менән яһалып та, аҙағындағы эйәлек ялғауы юғалған булғанда: балғалаҡ (бал ҡалағы урынына), гөлйемеш, китапхана, ҡолонҡойроҡ (үлән), ҡулъяҙма, ҡулъяулыҡ, һабантуй, һабантурғай һ. б.

2.         Ике һүҙ араһындағы мәғәнә мөнәсәбәте юғалып, бер һүҙ берәмегенә әүерелгәндә: барыбер, быйыл, бөгөн, берүк (мәҫәлән, берүк, кешегә әйтмә, ләкин бер үк кеше) һ. б.

3.         Исем менән сифат ҡылымдан йәки -ыш ялғаулы исем ҡылымдан яһалған атама булғанда: елғыуар, һыубаҫар, йөҙйәшәр, илгиҙәр, юлбаҫар, урынбаҫар, көнбайыш, көнсығыш, көнкүреш һ. б.

4.         Туғанлыҡ-ҡәрҙәшлек атамалары: ҡәйенбикә, ҡәйенһеңле, ҡайнаға, олатай, өләсәй һ. б.

5.         Кеше исемдәре һәм хайуан ҡушаматтары: Алмабикә, Алсынбикә, Аҡйегет, Әхмәтғәли, Миңлеғәли, Шәрифйән, Аҡбаш (һыйыр), Аҡтүш, Еҙтырнаҡ, Ҡарағолаҡ, Ертыңлар, Кулуртлар, Тауҙытауғаһуғар (әкиәт батырҙары).

6.         Руссаға оҡшатып яһалған терминдар: өҫҡорма, тәүшарт, үҙидара, үҙйөрөшлө, тәүтормош, үҙҡиммәт, үҙешмәкәр, ысынбарлыҡ, ярымсүл, ярымутрау һ. б.

7.         Бергә яҙылған ҡушма һүҙҙәр үҙ-ара түбәндәгесә ялғана:

1)        Уларҙың икенсе өлөшө айырым йөрөгәндә е- хәрефе менән башлап яҙылған булһа, ҡушма һүҙ эсендә дөйөм ҡағиҙәгә буйһоноп, -йе- итеп яҙыла: Аҡйегет, Гөлйемеш, Баййегет, Меңйетәр.

2)        Тәүге өлөшөнөң аҙағындағы йәки икенсе өлөшөнөң башындағы ҡ-/к- өндәре һуҙынҡы уртаһында ҡалһа, әйтелештәгесә -ғ-/-г- итеп яҙыла: Ағиҙел, ҡарағалпаҡ, ҡарағош, терегөмөш, Ҡарағолаҡ.

3)        Тәүге өлөшөнөң аҙағындағы һуҙынҡынан һуң -р, -л, -у, -ҙ, -й өндәренең береһе килеп, икенсе өлөшө ҡ-/к- менән башланһа, ҡ-/к- әйтелештәгесә -ғ-/-г- итеп яҙыла: ярғанат, ҡыҙылғанат, балғалаҡ, елғыуар, һигеҙгүҙ, айғолаҡ.

4)        Урталағы йәнәшә килгән ике һуҙынҡының береһе төшөп ҡала: Ҡариҙел, олатай, ҡарағас һ. б.

Б. Айырып яҙыу. Икеһе бергә теүәл бер төшөнсә белдерһә лә, үҙ-ара грамматик мөнәсәбәттәрен юғалтмаған, бер һүҙ берәмегенә әүерелмәгән, һәр береһе үҙ баҫымы менән әйтелгән ҡушма һүҙҙәр айырып яҙыла.

1.         Тәүге һүҙ аныҡлаусы мәғәнәһен һаҡлағанда йәки бер нәмәне икенсеһенән айырып килгәндә:

а)        бала саҡ (мәҫәлән, бәхетле бала саҡ), аҡ ҡурғаш, ҡара ҡурғаш, ҡара ҡарға, суйыр таш, һоро күмер; тимер юл, таш; баш мәҡәлә, баш ҡала, баш һүҙ, баш бала; ялан аяҡ, ялан баш, ялан күлдәк; артлы ултырғыс, ҡойроҡло йондоҙ;

б)        аҡһыл күк, алма сыбар (ләкин ат ҡушаматы: Алмасыбар), бурлат ҡыҙыл, сейә ҡыҙыл, тимер күк, ҡара йәшел, алһыу ҡыҙыл һ. б.

2.         Ике һүҙҙең һәр береһе үҙ мәғәнәһен һәм ике аралағы мәғәнә мөнәсәбәтен һаҡлағанда:

а)        ат ҡараусы, бала ҡараусы;

б)        кеше йәнле, ҡаты бәғерле, ҡуш йөрәкле, үҙе йөрөмәле, әсе телле; ҡара эсле, бер ҡатлы, уҙ аллы, үҙ белдекле, үҙ һүҙле; аяҡ өҫтө, аяҡ үрә, баш түбән, йөҙ түбән;

в)        ҡаҙау һурғыс, шәкәр ватҡыс, баш ҡатырғыс, йөрәк әрнеткес, ҡот осҡос, иҫ киткес, хәл иткес; һыу һаҡлағыс, газ үткәргес;

г)         ғәфү итмәҫлек, хайран ҡалырлыҡ, түҙә алмаҫлыҡ;

ғ) тиҙ йөрөусән, эш һөйөүсән;

д)        бер көнлөк, биш йыллыҡ (план), ете йыллыҡ, өс айлыҡ;

ҙ) көн элек, көн элгәре;

е)        кем уҙарҙан, кем еңерҙән, ас ҡарындай, ерле юҡҡа;

ё) быуындан быуынға, өйҙән өйгә һ. б.

3.         Ике һүҙ араһындағы мөнәсәбәт грамматик форма (эйәлек ялғауы) менән бирелгәндә: айыу көпшәһе, ат ҡуҙғалағы, ҡайын еләге, сүл бүреһе; ишек алды, күҙ ҡараһы, ҡаҙ үләне, ҡара һауыты, тәртә төбө (бау); бесәй табаны (үлән), күгәрсен күҙе (сәскә), кәзә мөгөҙө (емеш), кәзә һаҡалы (үлән), энә ҡарағы (бөжәк).

4.         Тәүге өлөшө бөтә, күп, бер, тәү, һис, һәр кеүек һүҙҙәрҙән булғанда:

а)        бөтә Башҡортостан, бөтә донъя, күп милләтле, күп миллионлы, күп һанлы; бер ҡалып, бер милләт, бер туған, бер тигән;

б)        бер күңелдән, бер рәттән, бер тауыштан, бер фекерҙән, бер һүҙҙән, бер ыңғайҙан, бер юлы; бер килке, бер яҡлы, бер һүҙһеҙ, бер туҡтауһыҙ; тәү тапҡыр, тәү башлап, һис булмаһа, һис һүҙһеҙ, һис шикһеҙ; һәр ваҡыт, һәр йылы, һәр көн, һәр яҡлап;

в)        бер кем, бер нәмә, бер нисә, бер үҙе, һис бер, һис бер ҡайҙа, һис бер нәмә, һис бер кем., һәр бер, һәр кем, һәр нәмә, һәр ҡайһыһы.

5.         Икенсе өлөшө алды, арты кеүек ярҙамлыҡ иҫемдәрҙән булғанда: һайлау алды, ял алды, баҙар арты, байрам арты (көн) һ. б.

6.         Ҡушма һандар: ун бер, ун биш, ун туғыҙ, егерме алты.

7.         Үҙ-ара да-дә теркәүесе менән бәйләнеп, ҡатып ҡалған һүҙҙәр: ал да гөл, һин дә мин һ. б.

В. Һыҙыҡса аша яҙыу. Бер үк йәки бер иш һүҙҙәрҙе ҡабатлау юлы менән яһалған ҡушма һүҙҙәр һыҙыҡса аша яҙыла.

1.         Бер үк һүҙ:

 а) буй-буй, ваҡ-ваҡ, матур-матур, тимгел- тимгел, төрлө-төрлө, юлаҡ-юлаҡ, саҡ-саҡ, бер-бер;

б) илай-илай, көйшәй-көйшәй; туҡтап-туҡтап, әҙләп- әҙләп.

2.         Бер иш һүҙҙәр:

а) ағай-эне, аң-белем, баш-тояҡ, бәлә- ҡаза, ир-ат, йәш-елкенсәк, ҡайғы-хәсрәт, талаш-тартыш, тел-әҙәбиәт, туған-ырыу, физика-математика,  юҡ-бар, төньяҡ-көнсығыш;

б)        кәкре-бөкрө, аллы-гөллө, күкле-йәшелле, эреле-ваҡлы; ингән-сыҡҡан, килгән-киткән, күргән-белгән, ҡаҡҡан- һуҡгкан, ҡасҡан-боҫҡан, тапҡан-таянған;

в)        айырым-асыҡ, көс-хәл (менән), ярым-ярты; ваҡытлы-ваҡытһыҙ, белер-белмәҫ, уҡыр-уҡымаҫ, эшләр-эшләмәҫ; йәйен-ҡышын, көнө-төнө; аллы-артлы, арлы-бирле, аҫлы-өҫлө, иртәле-кисле, уңлы-һуллы, яҙлы-көҙлө, килделе-киттеле, ағалы-энеле, аталы-уллы, абына-һөрөнә, бата-сума; ҡасып-боҫоп, өҙөп-йолҡоп;

г)         ул-был, уға-быға, унан-бынан, унда-бында;

ғ) аһ-зар, ай-һай һ. б.

3.         Төп һүҙ менән уның эйәрсене:

а) ҡыйыш-мыйыш, ҡырлы-мырлы, салыш-солош, тишек- тошоҡ, һыныҡ-мыныҡ, ярты-йорто;

б) алпан-толпан, ашыҡ-бошоҡ, һирәк-мирәк, әрәм-шәрәм, әштер-өштөр, берәм-һәрәм һ. б.

4.         Эйәреп килгән ара ярҙамлыҡ исеме: икәү-ара, үҙ-ара, район-ара, халыҡ-ара һ. б.

5.         Эйәреп килгән фәлән, маҙар кеүек һүҙҙәр:

а)        кеше-фәлән, күстәнәс-фәлән; эт-маҙар, бүре-маҙар;

б)        күрһә-фәлән, уҡыһа-фәлән һ. б.

6.         Эйәреп килгән ни һәм нитеү һүҙе:

а)        арбаһы-ние, тауышы-ние;

б)        уйлап-нитеп, оялып-нитеп; алһа-нитһә, күрһә-нитһә һ. б.

7.         Ҡушар йөрөгән атамалар: генерал-майор, дизель-мотор, премьер-министр, штаб-квартира.

8.         Сәйәси фирҡә һәм йүнәлештәрҙең, улар эсенә ингән кешеләрҙең ҡушар атамаһы, ошо атамаларҙан яһалған шартлы сифаттар:

а)        социал-демократия, анархо-синдикализм;

б)        социал-демократик һ. б.

9.         Ҡатмарлы үлсәү берәмектәре: киловатт-сәғәт, тонна-километр һ. б.

10.       Көсәйтеү киҫәксәһе менән килгән ҡатмарлы һүҙҙәр: ап-аҡ, бәп-бәләкәй, йәп-йәшел, кәп-кәкре, нап-насар, тап-таҡыр, төп-төҙ, күм-күк; сем-ҡара, дөм-ҡараңғы, өр-яңы, көпә-көндөҙ.

11.       Ике өлөшө лә бер үк һүҙҙән торған һүҙ бәйләнеше араһындағы грамматик форма юғалғанда: үҙ-үҙен, бер- береһен һ. б.

12.       Ҡабатланған бер үк һүҙ грамматик форма менән бәйләнһә лә, ике һүҙ дөйөм бер мәғәнә алғанда:

а)        асыҡтан-асыҡ, буйҙан-буй; берҙән-бер, берен-бере, үҙенән-үҙе;

б)        батырҙарҙың-батыры,     матурҙарҙың-матуры, зәһәрҙең-зәһәре;

в)        ҙурайғандан-ҙурая, ҡыҫҡарғандан-ҡыҫҡара, көсәйгәндән-көсәйә, ҡыҙғандан-ҡыҙа;

г)         күҙгә-күҙ (ҡарап), ҡулға-ҡул (тотошоп) һ. б.

13.       Ике сик араһын белдергән һүҙҙәр һәм һандар һыҙыҡ аша яҙыла: Өфө—Мәскәү поезы, 1976-1980 йылдар, 4-5 метр һ. б.