Ялғауҙарҙың яҙылышы

Ялғауҙар бөтәһе лә ҡушып яҙыла.
А. Башҡорт теленең үҙ һүҙҙәрендә ялғауҙың ҡалынлыҡ-нәҙеклеге нигеҙгә ҡарап билдәләнә, йәғни нигеҙе ҡалын һүҙгә ҡалын ялғау ҡушыла: арба — арбаны, ҡолон — ҡолонға, ҡыш — ҡыштың, туҙ — туҙҙың; нигеҙе нәҙек һүҙгә нәҙек ялғау ҡушыла: бесәй — бесәйгә, ит — иттән, дөгө — дөгөнөң, сүл — сүлдәр.
Б. Рус әҙәби теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ялғауы ҡалынлыҡ-нәҙеклек йәһәтенән түбәндәгесә билдәләнә:

  1. Йомшаҡ тартынҡыға бөткән һүҙҙәргә:
    а) аҙағы -ль, -нь менән килһә йәки ике тартынҡы менән бөтөп, һуңғыһы йомшаҡ булһа, нәҙек ялғау ҡушыла: июль — июлдә, фестиваль — фестивалгә, автомобиль — автомобилде, нуль — нулде, гениаль — гениаллек; июнь — июндә, поршень — поршендән, шампунь — шампунгә, пристань — пристандәр; Рязань — Рязангә, Сызрань — Сызрандә; ферзь — ферзде, нефть — нефтте, Пермь — Пермдә, верфь — верфте һ. б.
    б) аҙағы -рь, -сь, -чь, -шь менән килһә, ҡалын ялғау ҡушыла: секретарь — секретарға, лагерь — лагерҙа; перепись — переписта; картечь — картечты; тушь — тушҡа, гуашь — гуаштың.
    Ялғау ҡушҡанда һүҙ аҙағындағы -ь билдәһе һәр ваҡыт төшөп ҡала.
    Иҫкәрмә: Аҙағы -сть менән бөткән һүҙҙәргә, һуңғы -ть төшөрөп ҡалдырылып, ҡалын ялғау ҡушыла: ведомость — ведомоста, власть — власы, часть — часҡа, повесть — повестың.
  2. Һуҙынҡы, ҡаты тартынҡы йәки -й менән бөткән рус һәм сит тел һүҙҙәренә ҡалын ялғау ҡушыла: лупа — лупаны, какао — какаога; жюри — жюриҙы, пони — пониҙы, такси — таксиҙа, мари — мариҙар, коньки — конькиға. Сочи — Сочиға; желе — желенан, атташе — атташела, каноэ — каноэға, Улан-Удэ — Улан-Удэла, предприятие — предприятиела, ателье — ательенан, Приморье — Приморьела, меню — менюҙы, интервью — интервъюнан, идея — идеяны; калий — калийҙан, кафетерий — кафетерийҙа, юбилей — юбилейға, мавзолей — мавзолейҙа, музей — музейҙа, адыгей — адыгейҙар, Алтай — Алтайҙа, командир — командирға, вазелин — вазелинға, аппетит — аппетиты, гибрид — гибридтар, алюмин — алюминдан, щит — щитҡа, приз — призға, кит — киттың, миф — мифты, факел — факелға, факультет — факультетта, дуэт — дуэттың, актер — актерҙар; парашют — парашютлы, приют — приютта, снаряд — снарядтан, пункт — пункттан, оттиск — оттискынан, статист — статисҡа, лабиринт — лабиринтта, резерв — резервҡа, конгресс — конгресҡа, интеллект — интеллектты, фильтр — фильтрлы, цилиндр — цилиндрҙа, регистр — регистрға, министр — министрҙы; ритм — ритмлы, цифр — цифрға, негр — негрҙан, люкс — люкста; рейд — рейдҡа, сейф — сейфта, бассейн — бассейндың, дюйм — дюймда; вальс — вальсҡа, асфальт — асфальтта, вольт — вольттың, пульс — пульсы, фильм — фильмды, рельс — рельстан.
  3. Рус телендәге -ев, -ин формалары менән яһалған башҡорт фамилияларына, нигеҙе нәҙек булһа, нәҙек ялғау, нигеҙе ҡалын булһа, ҡалын ялғау ҡушыла: Исмәғилевте, Ғәлиевкә, Әхмәтшингә; Байышевтан, Юлдашевҡа, Мостафиндың, Сафинды һ. б.
    Г. Ғәрәп-фарсы телдәренән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең һуңғы ижеге -и- менән килеп, унан алдағы ижеге ҡалын булһа, ҡалын ялғау ҡушыла: ғалим — ғалимды, ғашиҡ — ғашиҡтар, тарих — тарихта, мәғариф — мәғарифта, шаһит — шаһитты, Ҡадир — Ҡадирға, Шафиҡ — Шафиҡты, Харис — Харистан, Камил — Камилға.
    Ғ. 1. Аҙағы -ск, -нг, -нк менән бөткән һүҙҙәргә ялғау ҡушҡанда, ике араға -ы- ҡуйып яҙыла: отпуск — отпускыла, диск — дискыны, пропуск — пропускыға; лозунг — лозунгылар, лозунгыһы; митинг — митингыға, митингыһы; танк — танкыны, танкыһы; банк — банкыла, банкыһы һ. б.
    Шул уҡ -ск менән бөткән ҡала исемдәренә ялғау ҡушҡанда -и- өҫтәп яҙыла: Омск — Омскиға, Минск — Минскиҙа.
  4. Аҙағында -еть, -ст, -фт, -зд торған һүҙҙәргә ялғау ҡушҡанда, һуңғы -т, -ть, -д төшөп ҡала: трест — тресҡа, солист — солисы, атеист — атеистың, текст — текста; власть — власҡа, волость — волоста; ландшафт — ландшафы, шрифт — шрифы; поезд — поезға, подъезд — подъезға.
    Ә яңғыҙлыҡ исемдәрҙә -т һаҡлана: Кронштадт — Кронштадтта, Шмидт — Шмидтты, Брест — Брестҡа.
  5. Һүҙ аҙағындағы ҡуш тартынҡының береһе ялғау ҡушҡанда төшөп ҡала: кросс — кросҡа, металл — металы, грамм — грамдың, грипп — гриптан, ватт — ватты. Ә яңғыҙлыҡ исемдәрҙә аҙаҡтағы ҡуш тартынҡы һаҡлана: Донбасс — Донбасста, Томас Манн — Томас Манндың.
  6. Аҙағы -пп, -кк менән бөткән һүҙҙәргә һуҙынҡы менән башланған ялғау ҡушҡанда, тороп ҡалған бер -п һәм -к башҡа һүҙҙәрҙәге кеүек үк, -б, -г хәрефенә күсә: грипп — грибы һ. б.
  7. Аҙағы -и, -у, -ю (у) менән бөткән сит һүҙҙәргә, һуңғы өн һуҙынҡы итеп түгел, дифтонгылаштырып әйтелгән өсөн, -ҙ менән башланған ялғау ҡушыла: такси — таксиҙар, таксиҙа; Баку — Бакуҙан, Бакуҙың; меню — менюҙан, менюҙы һ. б.
    Шул һүҙҙәрҙең аҙағы -и менән бөткәндәренә эйәлек ялғауы ҡушҡанда, араға -й- ҡуйып яҙыла: йөк таксийы, католиктар руханийы.
  8. Аҙағы ҡаты -к, -г менән бөткән сит һүҙҙәргә -к менән башланған ялғау ҡушыла: барак — баракка, металлург — металлургка һ. б.
    Д. Ҡыҫҡартылған һүҙҙәргә ялғау тулы әйтелешенә түгел, ҡыҫҡа әйтелешенә ҡарап ҡушыла; һүҙ менән ялғау араһында һыҙыҡса ҡуйыла: РФ-тың, БР-ҙа, АҠШ-та.
    Е. 1. Цифрҙарға ялғау һыҙыҡса аша ҡушыла: 5-се, 6-ға, 10-ды.
  9. Рим цифрҙарынан һәм датаны белдергән ғәрәп цифрҙарынан һуң рәт һанын белдергән ялғау яҙылмай: X синыф, V бүлек, 1973 йыл, 9 декабрь.
  10. 1) ҡылым яһаусы -ла ялғауы бер урында ла дүрт бөгөлөш законына буйһонмай, гел бер вариантта ғына йөрөй: ҙурлау, матурлау, ғырлау, тығырлау (тығырлаҡ), дуңғырлау (дуңғырлаҡ); суҡанлау, ырғанлау, сыпранлау.
    2) һүҙ эсендә лә дүрт бөгөлөш законы һаҡланмай: бөрлөгән, аҡсарлаҡ, төйлөгән, тәгәрлек, үңлек.
    3) үҙе бер бөтөн булып нығынған -ылда ялғауы, борондан ҡатып ҡалған айырым һүҙҙәр генә шул законға яраҡлашҡан көйө ҡала: ахылдау, шаҡылдау, ғырылдау; урындыҡ, ҡарындыҡ һ. б.