Нөктә

Яҙма телмәрҙә нөктә иң боронғо һәм киң таралған тыныш билдәһе булараҡ, һөйләм аҙағында ҡуйыла. Ул түбәндәге осраҡтарҙа, урындарҙа ҡулланыла:

1) нөктә хәбәр һөйләмдәрҙән аҙаҡ ҡуйыла. Мәҫәлән:           

Төрлө йәнлектәргә ғәжәп бай ул беҙҙең тау-урмандар.Унда сығып йөрөгәнеңдә лапы аҫтынан тоҡор ҡуян сығып ҡасҡанын, йә һонтор ҡойроҡло төлкө үтеп киткәнен күрергә мөмкин (Н. Мусин).

2) нөктә шулай уҡ атама һөйләмдәр араһында ҡулланыла. Атама һөйләмдәрҙең нөктә менән айырылыуы фекер йөкмәткеһен тулыраҡ бирергә ярҙам итә. Мәҫәлән: Түшәмдән иҙәнгә еткән тәҙрәләр, ҙур-ҙур шкафтар. Шкафтарҙа төрлө таштар, ҡара-һоро шыйыҡса тултырылған пробиркалар, стеналарҙа картиналар (М. Бураҡаева).

3) инициалдарҙан аҙаҡ нөктә ҡуйыла. Мәҫәлән: Д.С. Тикеевтың башлаған тикшеренеүҙәрен Ф.С. Исҡужина дауам итә.

4) артабан нөктә драма әҫәрҙәрендә персонаждарҙың исемдәренән, фамилияларынан һуң ҡулланыла. Мәҫәлән:

Мырмыр. Бер ойоғоңдо ҡайҙа юғалттың?

Аҡбай. Кисә генә һөйләп ишеттерҙем бит (Б. Рафиҡов)

5) ахыр сиктә, нөктә пункттарҙың рәтен күрһәткән цифрҙарҙан аҙаҡ ҡуйыла. Мәҫәлән:

Гүзәллек серҙәре:

1. Ризыҡты айырым ашау ҡанунын һаҡларға тырышығыҙ. Ит менән картуфты бергә бөтөнләй ашамағыҙ.

2. Майлы, углеводлы аҙыҡтарҙан тыйылығыҙ.