Һорау билдәһе

Һорау билдәһе яҙма телмәрҙә түбәндәге осраҡтарҙа ҡулланыла.

1. Һорау төшөнсәһен белдергән һөйләмдәр аҙағында ҡуйыла. Һорау һөйләмдәр тыңлаусынан берәй нәмәгә яуап биреүҙе, йә булмаһа һөйләүсе тарафынан әйтелгән фекерҙе раҫлауҙы, йә булмаһа кире ҡағыуҙы талап итәләр. Мәҫәлән: Исмәғил мырҙа ҡапыл төпсөнөргә тотоноп китте:

– Ни эшләп әле һин Йософ мырҙа алдында бик йыш сыбалаһың? Берәй этлек уйлап йөрөйһөңмө?(К. Мәргән)

2. Әгәр бер һөйләмдә бер нисә һорау булһа, һорау билдәһе иң һуңғы һүҙҙән аҙаҡ ҡына ҡуйыла, ә һорау мәғәнәле бүтән һүҙҙәрҙән һуң өтөр ҡулланыла. Мәҫәлән:

Ҡайҙа булдым, ҡайҙа йөрөнөм,

Мәңгелек тын серләшкәндә?

Тыуғанмын – өйҙә булғанмын,

Ерҙә ғүмер өләшкәндә? (Н. Нәжми).

3. Кем, нимә, ни, ҡайһылай, ҡайһыныһы, нисә, нисәнсе, нисәшәр, нисәләп, нисек, ҡайҙа, ҡалай, күпме, ҡасан, ни ҡәҙәр, ни саҡлы, ни эшләй һымаҡ һорау алмаштары, – мы, ме, мо, мә, мы ни, ме ни һорау киҫәксәләре һәм һорау төшөнсәһен белдерә торған башҡа һүҙҙәр ҡулланылған, махсус интонациялы һорау һөйләмдәрҙән һуң һорау билдәһе ҡулланыла. Мәҫәлән:

1. Уң ҡулым тотҡан гөлдәрҙе

Һул ҡулым тотмаһынмы?

Икегеҙ ҙә бик ҡәҙерле –

Донъяның тотҡаһымы? (Ф.Туғыҙбаева “Ике дуҫым боҙолошҡанда”).

2. Кем булырҙар улар киләсәктә? Тыуған төйәкте ни менән шатландырырҙар, ниндәй йылы бирерҙәр, уҡытыусы, врач, инженерға уҡырҙармы, малсы, игенсе булырҙармы, әллә алыҫтағы йондоҙға эйәреп, тыуған төйәкте, Әй буйҙарын ташлап, ситкә сығып китерҙәрме?

3. Ҡайһы ваҡыт һорау һөйләм яуап талап итмәҫкә, ә дөйөм генә ҡуйылып, һөйләүсенең аптырауын, берәй күренештең сәбәбен, сығанағын аңлата алмауын күрһәтергә мөмкин. Ошо типтағы һөйләмдәргә һорау яуап алыу маҡсатынан сығып ҡуйылмаған, бары һөйләүсенең теге йәки был күренештең, ваҡиғаның сәбәбен, сығанағын аңлап етмәүен, шуға ҡарата көслө эмоциональ кисерешен сағылдыра торған риторик һорау һөйләмдәр аҙағында һорау билдәһе ҡуйыла. Мәҫәлән: Һеҙҙең  Өфөлә булғанығыҙ бармы? Юҡмы ни? Донъяла иң матур ҡалаларҙың береһен күрмәй нисек түҙәһегеҙ икән? Ҡыйындыр, әлбиттә.

4. Тәрән кисерешле, тойғоло һорау һөйләмдәрҙән аҙаҡ бер, ике, өс һорау билдәһе ҡуйылыуы мөмкин. Мәҫәлән: Кешеләр күрҙе: кәнсәләрҙән сыҡҡанда, Нурулланың һуҡыр күҙенән атылып йәш тамды:

– Ни эшләргә? Ҡайҙа барырға?? Кемгә баш эйергә???

5. Һорау билдәһе һөйләмдә башҡа шарттарҙа ла ҡуйылыуы мөмкин, мәҫәлән, һорау һөйләм менән бирелгән өҫтәмә конструкцияларҙа:

Сирененән дә, әрем әсеһенән дә зарланманы ул. (Кемгә зарланһын? Йортта ул иң өлкән кеше).

6. Һорау билдәһе һөйләмдән аңлашылған фекергә йә ундағы айырым һүҙҙәргә икенсе бер кешенең ышанмайынса, ғәжәпләнеп ҡарауын, был моментҡа уҡыусының иғтибарын йүнәлтергә, һөйләмдәге теге йәки был фекерҙең аңлашылмауын, конкрет йәки тәбиғи булмауын күрһәтергә теләүен белдереү өсөн дә ҡулланыла. Был осраҡта ул йәйәләр эсенә алынып яҙыла. Мәҫәлән:

Был ваҡыт башҡа ләззәт һис кәрәкмәй,

Ғилемдән файҙа алам (?) тип, эсерҙем сәй.

7. Күп осраҡта һорау билдәһе күп нөктәләр менән бергә ҡулланыла, һорау мәғәнәһенә эмоциональ көсөргәнешлек, ышанмаусанлыҡ, юғалып ҡалыу кеүек билдәләр өҫтәлә. Мәҫәлән:

Тамам туйҙы йәнем шау-шыуҙарҙан,

Байрамдарҙан камил бүгелде…

Әҙәмдәрҙең, үҙ асылын юйып,

Донъянан биҙеүе түгелме?.. (Ҡ.Аралбай).