Өндәү билдәһе

Өндәү билдәһе үҙенсәлекле интонацияға эйә, төрлө хис-тойғоларҙы белдерә. Ул түбәндәге осраҡтарҙа, урындарҙа ҡуйыла:

1. Өндәү билдәһе телмәрҙең хис-тойғоло, эмоциональ булыуын белдерә, шулай уҡ һөйләм аҙағында ҡуйыла. Мәҫәлән:

Тыуған ерем, тыуған Башҡортостаным! Шул тиклем ҡәҙерлеһең һәм изгеһең һин!

2. Өндәү билдәһе йышыраҡ ябай һөйләм аҙағында ҡуйыла, һирәкләп булһа ла, ҡушма һөйләм аҙағында ла осратырға мөмкин. Юғары күтәренкелек менән әйтелгән ҡушма һөйләм өндәү билдәһе менән айырыла. Мәҫәлән: Бесән дә, һоло ла, башҡа аҙыҡ та юҡ, өҫтәүенә, иҙелгән юлда интегеүсе һалдаттарыбыҙ араһында ауырыу көсәйҙе, ә башҡорттарға һәм уларҙың аттарына бер ни түгел!

3. Өндәү билдәһе көслө интонация менән әйтелгән бойороҡ һөйләм, өндәү һөйләмдәрҙән аҙаҡ ҡуйыла. Мәҫәлән:

“Шыңшымағыҙ әле, егеттәр!”- тип

Туҡтатып та ҡуя ағабыҙ (Ҡ.Аралбай. “Төш”).

4. Өндәү билдәһе авторҙың әйтелгәнгә ҡарата мөнәсәбәтен: ғорурланыуҙы, ғәжәпләнеүҙе, һоҡланыуҙы, нәфрәтләнеүҙе, хайран ҡалыуҙы, көслө тойғо, тәрән кисереүҙе аңлата, шул һөйләмдәрҙән һуң ҡулланыла. Мәҫәлән:

Майҙан шаулай, шатлыҡ, тантана!

Ысын батырлыҡтар, бәлки, шулай

Төптө көтмәгәндә башлана.

5. Өндәү билдәһе һөйләм эсендә тейешле интонация менән бирелгән индермә конструкцияларҙа ла ҡуйыла. Мәҫәлән: 1) Әсҡәт хужалыҡты (инде нисәнсе ҡат!) еңелсә күҙҙән үткәргәйне.

2) Туралығы килһә ихласлыҡтан,

Ихласлығы булыр әҙәптән.

(Әҙәплектең күңел йомшаҡлығын

Ҡыйырһытҡан күпме әҙәмдәр!..) (Ҡ.Аралбай “Йәйәүле Мәхмүт”).

6. Өндәү билдәһе, һөйләм уртаһында килеп, махсус, үҙенсәлекле функция үтәп йөрөй. Был осраҡта тыныш билдәһе әйтелгән фекергә авторҙың мөнәсәбәтен, баһаһын белдерә – икеләнеү, аптырау, ирония аша ғәйепләү һ.б. Бындай тыныш билдәләре мотлаҡ йәйәләр эсендә бирелә, ғәҙәттә, һүҙ менән бирелмәгән фекерҙе белдерә. Д.С. Тикеев бындай билдәләрҙе индермә тыныш билдәләре тип атай. Мәҫәлән: Һүҙ ҙә юҡ, тема һәм әҫәрҙең камиллығы ла үҙенекен итә, әммә төп сәбәп – шиғырҙың юғары гражданлыҡ пафосы менән ихлас (!) һуғарылған булыуҙа.

7. Күп кенә осраҡтарҙа һөйләмдең көслө интонация менән әйтелергә тейешлеген уның грамматик яҡтан формалашыуы, һөйәм эсендә махсус тойғо һүҙҙәр һәм ымлыҡтар ҡатнашыуы күрһәтә. Был осраҡта ымлыҡтар һөйләмдән өндәү билдәһе менән айырыла. Мәҫәлән: 1) Аһ!.. Һалҡын ҡар һыуы нисектер ҡайнар һәм тәнде өтөп алған төҫлө тойолдо.

2) Уралҡайым!

Һайрар ҡошоң тынһа,

Таңдарыңды йәмләр моң кәмер,

Шул саҡта бер талғын тауыш килер:

– Ҡаратауым!

Ҡайттым, мин – Рәми!.. (Ҡ.Аралбай).

8. Һөйләм башында көслө тойғо, интонация менән әйтелгән өндәш һүҙҙәр өндәү билдәһе менән айырыла. Мәҫәлән: – Рамаҙан ағай! Рамаҙан ағай! – Бер төркөм малайҙар төрлөһө-төрлө яҡтан Рамаҙанды уратып алдылар.

9. Өндәү билдәһенең һөйләм эсендә һәр тиң киҫәктәр араһында ҡулланылыуы мөмкин. Тиң киҫәктәрҙең һәр береһенә хас булған бүлеү интонацияһы һөйләмдәрҙә типик түгел.

Ә мин бик ышандым барлығыңа,

Барһың! Аҡыллыһың! Матурһың!

10. Тәрән кисерешле, көсөргәнешлекте белдергән синтаксик конструкцияларҙан һуң өс өндәү билдәһе ҡулланыла. Мәҫәлән:

«Һин юҡ» тиеп берәү килеп әйтһә,

Тәүбә!!!

Уй, Хоҙайым! Юҡҡа торам юрап.

11. Өндәү билдәһе китап, мәҡәлә, әҫәр исемдәренән һуң ҡуйыла. Мәҫәлән: 1) Эй, мөхәббәт!..

2) Эй, кешеләр!

Бүләк иткәндә һеҙ

Яңғыҙ сәскә бүләк итмәгеҙ,

Ошо сәскә кеүек мин дә яңғыҙ,

Бәғеремде, зинһар, өтмәгеҙ!.. (Ҡ.Аралбай “Яңғыҙ сәскә”).

12. Һорауҙы ла, хис-тойғоно ла үҙ эсенә алған һөйләмдәрҙән аҙаҡ һорау билдәһе лә, өндәү билдәһе лә йәнәш ҡулланыла. Мәҫәлән:

Аңламайым,

Ниңә һуң мин былай ашыҡтым?!

Ысынлап та, ниңә ярһып киттем?

Йә, ни өсөн мәлһеҙ ашҡынам?!