Өтөр

Өтөр – иң боронғо тыныш билдәләренең береһе. Уның ҡулланылышы бик киң, күп мәғәнәле, ләкин был билдәне дөрөҫ ҡулланмау осраҡтары бөтөнләй аңлашылмаусанлыҡҡа алып килеүе мөмкин. Өтөр яҙма текстарҙа түбәндәге осраҡтарҙа, урындарҙа ҡулланыла:

1. Һөйләмдең башында, уртаһында һәм аҙағында өндәш һүҙҙәр өтөр менән айырыла. Мәҫәлән:

а) Көйөргәҙем, көйөм күптән әҙер,

Тик һүҙҙәрем килмәй зарыҡтырҙы.

б) Ай Аҡмулла, Аҡмулла,

Хаслыҡ күргән хаҡ мулла.

Яйыҡ буйла, Дим буйла,

Халҡың яҙмышын уйла (Ҡ.Аралбай “Аҡмулла”).

2. Һөйләмдең төрлө урынында бирелеүсе, синтаксик функция үтәмәүсе ахыры, ахырыһы, ахыр сиктә, бәлкем, буғай, ғөмүмән, ғәҙәттә, исмаһам, имеш, ихтимал, йәнәһе, моғайын, мәҫәлән, ниһайәт, тимәк, хәйер, шулай итеп, ысынлап та, әйтәйек, әлбиттә, эйе, ярай, ярар кеүек инеш һүҙҙәр өтөр менән айырыла.  Мәҫәлән: Таң яҡтыһы ғына уны рәхәт йоҡоһонан уята алмай, киреһенсә, күл юрғанын тағы ла нығыраҡ бөркәнә төшә.

3. Өтөр һөйләмдең тиң киҫәктәре араһында ҡуйыла. Мәҫәлән:

Йүнле тамаҡ, бөтөн кейем күрмәй, ауылдың ҡайһы бер ҡаты күңелле, һаран бай бисәләренән әрләнде лә, хурланды ла, туҡмалды ла (Т. Йәнәби).

4. Өтөр бәлки, ләкин, тик, әммә, шулай ҙа, шуға ҡарамаҫтан, сөнки, шунлыҡтан, шуға күрә, шул арҡала теркәүестәре менән килгән тиң киҫәктәр һәм тиң һөйләмдәр араһында ҡуйыла. Миҫал: Берәй ҡорҙаш килеп сыҡһа, бәлки, барып та әйләнерҙәр, һөйләшеп ултырырҙар…Әхмәҙия, бая уҡ тегене абайлап ҡуйғайны инде – һүҙ юҡ, Һары сәстә ғәйрәт ҙур, арҡан тартышырға ҡушһалар, уйлап та тормай, дөрөп алып китер ине, әммә бында ҡара көс кенә эште хәл итмәй, ҡарт көрәшсе уныһын яҡшы белә (Р.Солтангәрәев “Беҙ йәшәгән ер”) .

5. Өтөрҙәр ярҙамында хәл әйтемдәре айырымлана. Миҫал: Ҡылыстың арғы башына, мурҙа турындағы ҡамышлыҡҡа еткәс, малайҙар, кәмәне туҡтатып, ҡармаҡ һала башланылар (М. Кәрим. «Өс таған”, 54-се бит).

6) Өтөр теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙә ҡулланыла. Мәҫәлән: Изгелек менән яуызлыҡ тураһында, Тыуған илдең, ерҙең, икмәктең изгелеге тураһында тәүге төшөнсәләр бала аңына туған тел аша үтеп инә, шәхестең әхлаҡи нигеҙе уның ярҙамында һалына.

7) Өтөр баш һөйләмдән алда ҡулланылған эйәрсән һөйләмдәрҙән һуң ҡуйыла. Миҫал: Күк йөҙөн сыбарлаған иҫәпһеҙ-һанһыҙ йондоҙҙар юйылып бөтөр-бөтмәҫтән, ауыл халҡы йоҡоһонан уянды.

8) Өтөр асыҡ һәм ябыҡ структуралы күп эйәрсәнле эйәртеүле ҡушма һөйләмдәрҙә ҡулланыла. Миҫал: Урал ҡаҡшамаҫлыҡ икән, Ағиҙел аға икән, башҡорт халҡы йәшәй икән, – беҙҙең бөйөк рус туғаныбыҙ, беҙ һеҙҙең менән. (М. Кәрим).

9) Өтөр ҡатмарлы синтаксик конструкцияларҙың бер төрө булған ҡатнаш ҡушма һөйләмдәрҙә ҡулланыла. Мәҫәлән: Көнһылыу менән Әлми ҡунаҡҡа килгән саҡтарҙа, Көнһылыу Байғүбәк менән тәү осрашҡан ҡара тал төбөндәге шишмәгә төшөп бит йыуа, Әлми ат янында ҡала торған булған.

10) Ахыр сиктә, өтөр тура телмәрҙәрҙә ҡулланыла. Мәҫәлән: “Мин килгәнсе бөтәһен дә ҡарап, күреп өлгөргән икән был бәндәбикә”, – тип уйланы Азамат (Р.Солтангәрәев “Беҙ йәшәгән ер”) .