Нөктәле өтөр

Нөктәле өтөр, айырыусы тыныш билдәһе булараҡ, нөктә менән өтөр араһындағы позицияны биләй. Төрлө сәбәптәр арҡаһында кәрәкле урындарға ла нөктәле өтөр ҡуйылмай, уның урынына йә өтөр, йә нөктә ҡуйып яҙалар. Ул түбәндәге осраҡтарҙа ҡулланыла:

1. Теркәүесһеҙ тиң киҫәкле ябай тарҡау һөйләмдәрҙә ҡуйыла. Мәҫәлән: Лилиә, үҙ йортоноң да яна башлауын күреп, балаһын ҡосаҡлап алды; тимер баҫҡыстың ҡыҙған араталарына баҫыр-баҫмаҫ түбәнгә осто һәм, ҡот осҡос әрнеүҙең йөрәгенә төшөүен тойоп, түбәндә дөрләгән ут ялҡыны аша йүгереп үтте лә урамға сыҡты; бер-ике генә йотом саф һауаны һуланы; йондоҙҙарға ҡарап алды…

2. Нөктәле өтөр ябай тарҡау һөйләмдәрҙә хәл әйтемдәренең араһына ҡуйыла. Мәҫәлән:

Уралып ятҡан Уралда:

Әле алай һөйләшеп,

Әле былай һөйләшеп,

Күгәрсендәй гөрләшеп,

Икәү-өсәү серләшеп;

Сыйырсыҡтай эркелешеп,

Ҡара ҡаҙҙай теҙелешеп;

Иртән ҡолон бәйләгән,

Күсә йөрөп йәйләгән

Һылыу-һылыу ҡыҙҙар бар (Ҡобайырҙан).

3. Нөктәле өтөр теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙә лә урын ала. Был төр һөйләмдәрҙә нөктәле өтөр уйылһын өсөн һәм йыйыу теркәүесе бик аҙ йәки бөтөнләй булмаҫҡа тейеш, өтөр менән айырылған тиң киҫәктәр йә айырымланған эйәрсән киҫәктәр бирелеү талап ителә. Мәҫәлән:

Ирмен тигән егеттең

Әйтер һүҙе хаҡ булыр;

Күңеле уның аҡ булыр,

Ҡурҡаҡ булмаҫ ир-батыр,

Өркәк булмаҫ ир-батыр;

Ир-егеттең эсендә

Эйәрле-йүгәнле ат ятыр.

4. Нөктәле өтөр мәғәнә яғынан әллә ни тығыҙ бәйләнмәгән синтаксик тиң өлөштәрҙе бер-береһенән айыра. Мәҫәлән:

Күҙем асҡас – яҡты яраттым;

Тәпәй баҫҡас – ерҙе яраттым;

Төҫтәр күргәс – аҡты яраттым;

Ҡыҙҙар күргәс – һине яраттым.

5) Нөктәле өтөр күп осраҡта ҡушма һөйләм өлөштәренең сигендә ҡуйыла, шул уҡ ваҡытта ябай һөйләмдең ҡатмарлаштырылған тиң киҫәктәре араһында ла ҡулланыуы мөмкин: Бына оҙаҡламай болоттар таралыр ҙа ҡояш күренер, ер өҫтөн нурға мансыр; шул саҡ үләндәрҙә ысыҡ тамсылары емелдәр, туғайҙар йылыныр, ул тағы һандуғас тауышына күмелер; күбәләктәр ҙә, ҡоштар ҙа осор – ҡыҫҡаһы, бөтә тәбиғәткә, тирә-яҡҡа йән инер.

Нөктәле өтөрҙәр урынына тик өтөрҙәр генә ҡулланылған булһа, ҡушма һөйләмдең сиктәре күҙгә ташланып бармаҫ ине, сөнки өтөрҙәр был һөйләмдә башҡа маҡсатта ла ҡулланылған. Нөктәле өтөрҙөң ошолай ҡулланылыуы хәҙерге ваҡытта типик осраҡ булып тора.

6. Нөктәле өтөрҙөң киң ҡулланылған осрағы – ул ҡатмарлы синтаксик конструкциялар. Бындай төр ҡатмарлы һөйләмдәрҙә ябай һөйләмдәр сиген билдәләү, бер ябай һөйләмде икенсе һөйләмдән айырыу, бер һөйләмдә бирелгән фекерҙе сағыштырмаса тамамланыуын нөктәле өтөр ярҙамында күрһәтеү уңайлы. Мәҫәлән: Үлем булғанға, йәшәү ҡәҙерле; йәшәү булғанға, үлем ҡурҡыныс.

Күренеүенсә, ҡатнаш ҡушма һөйләмдәр составындағы эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр бер-береһенән нөктәле өтөр менән айырылалар.