Ике нөктә

Ике нөктә алда әйтелгән фекерҙең йөкмәткеһе артабан килеүсе киҫәктә йәки һөйләмдә асыҡланасағын, тулыландырыласағын күрһәтә. Был тыныш билдәһе түбәндәге осраҡтарҙа ҡулланыла:

  1. Ике нөктә инверсия рәүешендә бирелгән тиң эйәләр менән хәбәр араһында ҡуйыла. Мәҫәлән:

Күңелемдән сыҡмай:

Үткән хәтирә,

Көслө нәфрәт,

Асыу ғына.

2. Ике нөктә дөйөмләштереүсе һүҙе алда килгән тиң киҫәкле һөйләмдәрҙә артабан тиң киҫәктәрҙең һаналып киләсәген иҫкәртә. Мәҫәлән:

Бөтәһе лә була тормошта: шатлығы, ҡыуанысы, үкенесе, ҡайғыһы…

  • Ике нөктә теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙең өлөштәре араһында мәғәнәүи бәйләнештең булыуын күрһәтә. Мәҫәлән:

Тормошто үҙгәртеп булмай: көн дә үҙ нәүбәтендә, төн дә үҙ сиратында тыуа; ҡыш та үҙ ваҡытында, йәй ҙә үҙ мәлендә килә.

4.  Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәрҙә шул, шундай, шуныһы, шунда һүҙҙәренең мәғәнәләре ике нөктә ярҙамында асыҡлана. Мәҫәлән:

Шуныһы шатлыҡлы: быйыл башҡорт теле буйынса белем сифаты артты.

5.  Тура телмәрле һөйләмдәрҙә ике нөктә автор һүҙҙәрен һәм тура телмәрҙе айырыу өсөн ҡулланыла. Мәҫәлән:

Назар Нәжми үҙе лә бит яҙыусылар съезында һөйләгән бер докладында: «Шағир йөрәге – шиғриәт ҡоралы, скрипка ҡылдары һымаҡ, һәр ваҡыт көйләп ҡуйылһын ул, ошо ҡорал заманыбыҙҙың төп көйөн тотоп ала алһын», – тигән фекер әйткәйне.