Һыҙыҡ

Һыҙыҡ – тәрән мәғәнәгә эйә булған тыныш билдәһе. Был тыныш билдәһенең яҙма телмәрҙә йыш ҡулланылыуы уның универсаль булыуы тураһында һөйләй. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, һыҙыҡ ҡуйылышының конкрет осраҡтары түбәндәгеләр:

1. Һөйләмдә һыҙыҡтың тыныш билдәһе булараҡ ҡулланылыуы һөйләм киҫәктәренең төшөп ҡалыуын аңлата. Һыҙыҡ төшөп ҡалған һөйләм киҫәктәре урынына ҡулланыла. Мәҫәлән:

Һин ҡысҡыраһың – мин ишетмәйем.

2. Тыныш билдәһе булараҡ, һыҙыҡтың икенсе мөһим функцияһы – мәғәнәүи функция: шарт, һөҙөмтә, кирелек, ҡапма-ҡаршылыҡ, дөйөмләштереү, сағыштырыу мәғәнәләре һөйләмдәрҙә лексик саралар менән бирелмәгән осраҡтарҙа, улар урынына һыҙыҡ ҡуйыла. Мәҫәлән: Күңелем төшһә – йыуанысым һин,  таянысым һин, әсәкәйем! – һөйләмдең беренсе өлөшө шартты аңлата. Уҡыуҙар бөттө – консультация алаһы ғына ҡалды. – һөйләмдең икенсе өлөшө һөҙөмтәне белдерә, ул тәүге һөйләм аңлатҡан уй-фекергә һығымта яһай.

3. Һыҙыҡ һөйләм киҫәктәрен ғәҙәти урынын алмаштырыуы һөҙөмтәһендә ҡуйыла. Мәҫәлән: Ҡайҙа инермен, кемгә барырмын – билдәһеҙ.

4. Һыҙыҡ – үҙенсәлекле сикләү функцияһын да үтәүсе билдә. Беренсе сиратта автор һүҙҙәре һәм тура телмәрҙең сиктәрен билдәләй: Фәрит Лилиәне: – Әйҙә киноға киттек, һуңлайбыҙ, – тип ашыҡтырҙы.

Тура телмәрле һөйләмдәрҙә автор телмәренең интонацияһы буйынса ниндәй һөйләм булыуына ҡарап, өтөр һәм һыҙыҡ, һорау билдәһе һәм һыҙыҡ, өндәү билдәһе һәм һыҙыҡ ҡуйыла.

 – Бөгөн көн һыуыҡ буласаҡ, – тине ул.

5. Һәр бер реплика абзац менән бирелгән осраҡта һыҙыҡ ҡуйыла:

– Киләсәгем! Ас һин ишегеңде!

– Кем тупһамда? Кемде күрәм мин?

– Танымайһың әллә? Мин ҡайттым бит!..

6. Тиң киҫәктәр һәм уларҙан һуң ҡулланылған дөйөмләштереүсе һүҙ аҙағында һыҙыҡ сикләү вазифаһын башҡара:

Матур күлдәк, тәмле аш-һыу –

Барыһы һинең өсөн.

7. Һыҙыҡ билдәле бер шарттарҙа һөйләмде эйә составына һәм хәбәр составына бүлеү өсөн ҡулланыла:

Ғилем – ҡош, аҡыл – ҡанат.

8. Хәҙерге башҡорт телендә индермә һөйләмдәр һыҙыҡ менән бүленәләр: Бындай мәхлүктең – ер ҡортоноң – кемгә хәжәте бар.

9. Өҫтәлмәлектәр ҙә һыҙыҡ менән бүленәләр. Мәҫәлән: Уның да тәүге ауазы – донъяны сәләмләү ауазы, тәүге хистәре – һоҡланыу, тәүге ниәттәре – гел изгелек булды.

Инверсия күренеше күҙәтелгән һөйләмдәрҙә эйәреүсе һүҙ эйәртеүсе һүҙҙән һыҙыҡ менән айырыла. Мәҫәлән: Шуға тиклем ул Келәштең бөтә билдәләрен иңгә-буйға ҡыҙырып йәшәне – яҙын да, йәйен дә, көҙөн дә.

10.  Һыҙыҡ шулай уҡ кәм һәм эллиптик һөйләмдәрҙә, маршруты йәки хәрәкәт итеүҙең сиктәрен күрһәтеү, көтөлмәгәнлекте, ҡапма-ҡаршылыҡты, сағыштырыу, ваҡыт, һөҙөмтә, шарт мөнәсәбәтлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып биреү өсөн теҙмә һәм эйәртеүле ҡушма һөйләмдәрҙә ҡуйыла. Мәҫәлән:

Тағы мине әйҙәне юл:

Өфө Белорет Туған.

11. Һыҙыҡ шулай уҡ телмәрҙең эмоциональ яғын да бирә: көтөлмәгәнлекте, ыҡсымлыҡты, хәл-ваҡиғаларҙың тиҙ арала алмашыныуын. Мәҫәлән: Бик ныҡ тулҡынланды  ул һәм – иҫәңгерәп китте.