Йәйәләр

Йәйәләр – һөйләм киҫәктәре менән грамматик бәйләнештә торған компоненттарҙы күрһәтеүсе тыныш билдәһе, ғәҙәттә, улар функцияһы буйынса бүлеүсе тыныш билдәләр рәтенә инәләр һәм парлы ғына ҡулланалар. Был төр тыныш билдәһе түбәндәге осраҡтарҙа урын ала:

1.  Инеш һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр индермә тыныш билдәләре йәйәләр эсендә бирелә. Мәҫәлән: Ейәнем ул саҡта бик мауығып инглиз теле өйрәнә башлағайны (шуға күрә көсөктө инглизсә «Грей» тип атаны).

2. Өҙөктөң ҡайҙан, ниндәй әҫәрҙән алынғанлығын күрһәтеүсе һүҙҙәр йәйәләр эсенә алына. Мәҫәлән: (З. Биишева. Кәмһетелгәндәр).

3. Драма әҫәрҙәрендә ремаркалар, йәғни авторҙың аңлатмалары, йәйәләр эсенә алына. Мәҫәлән: Ҡарлуғас. Аһ… ул үлгән?! (Илай башлай, Ваһап уны йыуатырға тырыша).