Эштәрегеҙ 2020 йылдың 26 апрель 23:59 сәғ. тиклем ҡабул ителә. Эшегеҙҙе тикшереүгә түбәндәге ысулдар менән беҙгә ебәрә алаһығыҙ:

  1. Эште шәхси кабинетта тултырырға;
  2. Электрон почтаның bashkdiktant2020@mail.ru адресына ебәрергә;
  3. Whatsapp мессенджеры аша +7 9279500266 телефон һандарына ебәрергә.

Шәхси кабинетҡа инеп булмаймы (серһүҙҙе оноттоғоҙмо)?

Серһүҙҙе яңынан булдырыу процедураһын үтегеҙ. Шәхси кабинетҡа инеү өсөн серһүҙ логин булараҡ күрһәтелгән почтаға килә. Әгәр почтала беҙҙән килгән серһүҙле хатты күрмәһәгеҙ, уны спамдан эҙләп ҡарағыҙ. Һорауҙы тиҙ хәл итеү өсөн һеҙ яңынан теркәлеү үтә алаһығыҙ. Был осраҡта логин итеп башҡа почта адресын (уйлап сығарылған булһа ла ярай) күрһәтергә кәрәк. Зинһар, логин һәм паролегеҙҙе онотмаҫ өсөн яҙып алығыҙ. Беҙ һеҙҙе диктантта көтөп ҡалабыҙ.