Мин диктантты майҙансыҡта яҙҙым, һөҙөмтәне нисек белеп була?
Һөҙөмтәләрҙе һеҙ үҙегеҙ яҙған майҙансыҡта йәки сайтта теркәлеп «һөҙөмтәләр» бүлегендә белә алаһығыҙ.
Сайтта нисек теркәлергә?
Сайтта «Теркәлеү» бүлегенә инеп теркәлә алаһығыҙ. Теркәлеү
Диктантҡа алдан әҙерләнеп буламы?
Сайтта аудио диктант һәм интерактив диктант бүлегенә инеп әҙерләнеп була. интерактив аудио
Диктант ҡайҙа һәм ҡасан була?
Диктант 18 майҙа сәғәт 10.00 башлана. Майҙансыҡтар буйынса мәғлүмәт Майҙансыҡтар
Беҙҙең ҡалала, районда диктант булмай, мин нисек яҙа алам?
Һеҙ диктантты ошо сайтта теркәлеп 18 майҙа онлайн яҙа алаһығыҙ.
2019 йылдың 18 майында башҡорт теленән халыҡ-ара диктант була тип ишеттем, мин уны ҡалған көндө яҙа аламмы?
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юҡ.
Диктантта кемдәр ҡатнаша ала?
Диктантта башҡортса яҙа, уҡый белгән һәр кеше ҡатнаша ала.
Был диктантта ҡатнашыу миңә нимә бирә?
Диктант — хатаһыҙ яҙыу мәҙәниәтен популярлаштырыу һәм телде үҫтереү мәсьәләләренә иғтибарҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән, теләге булғандарҙың барыһы өсөн тәғәйенләнгән, йыл һайын үткәрелә торған ирекле, түләүһеҙ белем биреү акцияһы.