Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант — хатаһыҙ яҙыу мәҙәниәтен популярлаштырыу һәм үҫтереү мәсьәләләренә иғтибарҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән, теләге булғандарҙың барыһы өсөн тәғәйенләнгән, йыл һайын үткәрелгән ирекле, түләүһеҙ белем биреү акцияһы.

Диктанттың маҡсаты — башҡорт телен танытыу, белемлелек проблемаһына йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү, белем алыуға, уның кимәлен күтәреүгә ҡыҙыҡһыныуҙы дәртләндереү.

Диктанттың бурыстары:

– теләге булған һәр кемгә Диктант барышында үҙенең белем кимәлен билдәләү мөмкинлеген биреү;

– башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләһенә йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү;

— телмәр һәм яҙма коммуникацияның модалы һәм заманса алымы булараҡ башҡорт телен популярлаштырыу;

– башҡорт телен өйрәнеүгә ылыҡтырыу.

Диктанттың девизы: “Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам”.

Диктант түбәндәге кимәлдәрҙә ҡатнашыуҙы күҙаллай:

– башҡорт телен яңы өйрәнә башлау кимәле;

– башҡорт телендә ирекле һөйләшеү кимәле.

Бойороҡ 18.03.20 № 246-р Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты ойоштороу һәм үткәреү тураһындағы положение

Диктант-2020 өс кимәлдә ҡатнашыуҙы күҙаллай:
1) башҡорт телен башлап өйрәнеүселәр кимәле;
2) башҡорт телендә иркен аралашыу кимәле;
3) башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында.