Аудиояҙма (диктант яҙырға әҙерлек өсөн текст)
Ғ. Хөсәйеновтың «Ватан» әҫәренән өҙөк
Тексты филология фәндәре кандидаты, БДУ доценты Саньярова Рәмилә Рәмил ҡыҙы уҡый.
Тыуған ил ул тыуған ерҙән башлана, тибеҙ. Башлана ғына шул әле. Ул оло тойғо булып үҫеп китһен өсөн, атай йортоноң еҫен-ҡоҫон татып, тәпәйҙәрең менән тыуған тупраҡҡа баҫып, тәбиғәттең, тирә-йүндең йәмен йөрәгеңә һендереп, тойоп йәшәй башлап китеүең шарт. Әҙәмгә барыһы бала саҡтан һалына. Уның күңеле – tabula rasa –таҙа ҡағыҙ: ни яҙылһа, шул ҡала. Аҙаҡ боҙолған һүҙҙәр, юлдар булһа, юйып бөтөрөүе ҡыйын, хатта мөмкин түгел. Тыуған илде һөйөү – һәр кемдең мөҡәддәс тойғоһо. Әммә шул уҡ ваҡытта Тыуған илең дә һине һөйһөн. Шунда ғына был тойғо ғәмәлгә ашҡан изге тойғо буласаҡ. Тимәк, кеше илен һөйөүен эше менән аҡлап, Тыуған иленең һөйөүенә лайыҡ булһын тигән һүҙ.
Ғ. Хөсәйеновтың «Ватан» әҫәренән өҙөк
Тыуған ил тойғоһо иһә Тыуған ил , туған халыҡ төшөнсәләрен эсенә алыр һәм уның асылын тәшкил итер туған тарихы, мәҙәниәте, теле һәм моңо, ғөрөф-ғәҙәте һәм легендалары, ҡала һәм ауылдары, бар тәбиғәте һәм географияһы, бар булмышы һәм яҙмышы менән бер бөтөн булып тыуып, үҫеп китә.
(Ғ. Хөсәйенов)
Г. Биҡҡужинаның «Башҡорт балы» әҫәренән өҙөк
Тексты филология фәндәре кандидаты, БДУ доценты Саньярова Рәмилә Рәмил ҡыҙы уҡый.
Башҡорт балы Башҡорт балы – донъяла өс алтын миҙалы булған берҙән-бер бал төрө. Тәүге алтын миҙал – 1900 йылда Парижда уҙғарылған Бөтә донъя йәрминкәһендә, икенсеһе – 1961 йылда Эрфрутта Халыҡ-ара күргәҙмәлә, өсөнсөһө 1971 йылда Мәскәүҙә Умартасыларҙың халыҡ-ара конгресында бирелә. Үҙенсәлекле еҫе һәм тәме өсөн был миҙалдарға йүкә балы лайыҡ була. Йүкә балы – иң ҡиммәтлеһе һәм киң билдәлеһе, ул сәскә балдары араһында беренсе урында тора. Уны күбеһенсә Көнбайыш Урал йүкәлектәренән йыялар. Ул хуш еҫле һәм татлы, саф асыҡ һары төҫтә була, кәрәҙендә юғары тәбиғи сифаттарын һәм таҙалығын һаҡлай. Йүкә балы күп сирҙәрҙе дауалау көсөнә эйә. Бал – йәнгә сихәт, тәнгә шифа, йөрәккә дауа, беләккә көс биреүсе дан ризыҡ. Бал тураһында башҡорт телендә бик күп мәҡәлдәр бар. Мәҫәлән, эҙләгән ҡорт бал табыр, эшләгән кеше мал табыр; Бал ҡортоноң балы бар, балға хәтле наҙы бар; Балдың үҙе тәмле, ауыҙҙың һүҙе тәмле; Бал тәмле лә, ҡорт саға; Балын яратһаң, бәләһен дә ярат; Балың булмаһа ла, баллы телең булһын һ.б.
Г. Биҡҡужинаның «Башҡорт балы» әҫәренән өҙөк
(Т.Бикҡужина буйынса)