1. Мин диктантты майҙансыҡта яҙҙым, һөҙөмтәне нисек белеп була?

Башҡортостан Республикаһы Башлығының 2020 й. 18 мартында сығарған УГ-111 һанлы “Башҡортостан Республикаһында яңы коронавирус инфекцияһы (2019-nСоV) таралыу хәүефе янауы менән бәйле Башҡортостан Республикаһы территорияһында “Юғары әҙерлек” режимы индереү” Ҡарарына 2020 йылдың 27 мартында үҙгәрештәр индерелгән УГ-124 һанлы Ҡарарына ярашлы, 2020 йылдың 25 апрелендә диктантты майҙансыҡтарҙа яҙыу мөмкинлеге булмай.

Һөҙөмтәләрҙе сайтта теркәлеп «һөҙөмтәләр» бүлегендә белә алаһығыҙ.

2. Мин диктантты онлайн яҙҙым, һөҙөмтәне нисек белеп була?

Һөҙөмтәләрҙе сайтта теркәлеп «һөҙөмтәләр» бүлегендә белә алаһығыҙ.

3. Сайтта нисек теркәлергә?

Сайтта «Теркәлеү» бүлегенә инеп теркәлә алаһығыҙ.

4. Диктантҡа алдан әҙерләнеп буламы?

Сайтта аудио диктант һәм интерактив диктант бүлегенә инеп әҙерләнеп була.

5. Диктант ҡайҙа һәм ҡасан була?

Диктант 25 апрелдә сәғәт 11.00 башлана.

6. Беҙҙең ҡалала, районда диктант булмай, мин нисек яҙа алам?

Һеҙ диктантты ошо сайтта теркәлеп онлайн һәм БСТ телеканалында тура эфир аша яҙа алаһығыҙ.

7.      2020 йылдың 25 апрелендә башҡорт теленән халыҡ-ара диктант була тип ишеттем, мин уны ҡалған көндө яҙа аламмы?

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юҡ.

8. Диктантта кемдәр ҡатнаша ала?

Диктантта башҡортса яҙа, уҡый белгән һәр кеше ҡатнаша ала.

9.  Был диктантта ҡатнашыу миңә нимә бирә?

Диктант — хатаһыҙ яҙыу мәҙәниәтен популярлаштырыу һәм телде үҫтереү мәсьәләләренә иғтибарҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән, теләге булғандарҙың барыһы өсөн тәғәйенләнгән, йыл һайын үткәрелә торған ирекле, түләүһеҙ белем биреү акцияһы.