Тексты күрһәтергә
Залға, ҡурай моңона ҡушылып, йырсының сағыу тауышы яңғыраны. Барса халыҡ, тын ҡалып, изге Урал тупрағын – атай-олатайҙар төйәген данлаусы йыр, моң донъяһына сумды. Күгәреп ятҡан күк тауҙар, киң далалар күҙ алдына баҫты, халыҡты, йорт-илде, ер-һыуҙарҙы һаҡлап, ғәҙеллекте һәм азатлыҡты яулап, яуҙарға күтәрелгән батырҙарҙың йөрәк тибеше, оран тауыштары ишетелгәндәй булды. “Аямаған йәнен, түккән ҡанын, һис бирмәгән башҡорт Уралын...” Бөтөн тамырҙары менән Урал тупрағына ереккән башҡорт халҡы. Ошо ер, ошо тау һәм далалар уға ҡанат ҡуйған, таянысы, ҡыуанысы һәм ғорурлығы булған. Бөтмәй ҙә генә торған йыр һымаҡ шул тауҙарға, көмөштәй саф һәм тулы һыулы йылғаларға ҡарап, киң далаларҙы айҡап, Салауат ҡасандыр бөйөк рухына ҡеүәт алған. Рәсәй дәүләтенең именлеген һаҡлап, походтарға киткәндә, башҡорт улдарын Урал-ата оҙатып ҡалған һәм монарҙарын йәйеп ҡаршы алыр булған. Тыуған илгә яуыз илбаҫарҙар килеп ингәс, Башҡортостан үҙенең яугирҙарын, ҡылыстарын Урал таштарына ҡайрап, тыуған ерҙән көс, ҡеүәт алырға саҡырған.