Башҡортостан Республикаһының Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың бойороғо буйынса башҡорт теленән халыҡ- ара диктант үткәреләсәк
Был матур сара Рәсәй Федерацияһының барлыҡ төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә берҙәм көндә үткәрелә. Диктант 2019 йылдың 18 майында уҙғарыла. Ул Өфө ваҡыты буйынса иртәнге сәғәт 10-да башлана. Диктантты үткәреүҙең төп майҙансыҡтары: “Башҡорт дәүләт университеты” юғары белем биреүсе федераль дәүләт бюджет мәғариф учреждениеһының төп уҡыу корпусындағы (Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 32) 2-се аудитория (башҡорт телендә…