Башҡорт теленән региональ диктант 2015 йылдан Башҡорт дәүләт университетында үткәрелеп килде.

        2019 йылда,  был сараның юбилей йылында, башҡорт теленән диктант Халыҡ-ара статус алды. Диктант – хатаһыҙ яҙыу мәҙәниәтен популярлаштырыу һәм үҫтереү мәсьәләләренә иғтибарҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән, теләге булғандарҙың барыһы өсөн тәғәйенләнгән, йыл һайын үткәрелгән ирекле, түләүһеҙ белем биреү акцияһы.

        Сара йыл һайын Башҡорт дәүләт университетының төп корпусында (Өфө ҡалаһы, З.Вәлиди урамы, 32-се йорт, 01, 02-се аудиториялар) һәм Стәрлетамаҡ, Сибай, Бөрө, Нефтекама филиалдарында, М.Аҡмулла ис. БДПУ-ла, юғары уҡыу йорттарында, колледждарҙа, мәктәптәрҙә һ.б. ойошмаларҙа, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының башҡа өлкәләрендә лә уҙғарылды.

         2015 йылдың 11 апрелендә тексты Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге премия лауреаты Хөрмәтулла Ғаззали улы Үтәшев, 2016 йылдың 23 апрелендә Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мотаһар улы Мортазин уҡыны. Артабанғы йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге Йәштәр дәүләт премияһы һәм Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Республика ҡурайсылар конкурсы лауреаты, театр һәм кино артисы, “Каруанһарай” фольклор-эстрада группаһы солисы һәм ҡурайсыһы, “Рәсәй 1-Башҡортостан” телеканалының алып барыусыһы Рәсүл Рафиҡ улы Ҡарабулатов (2017 йылдың 22 апреле); Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе, БАССР-ҙың халыҡ һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт, Рәсәй Федерацияһының Дәүләт, К.С. Станиславский исемендәге Халыҡ-ара премиялары лауреаты Олег Закир улы Ханов (2018 йылдың 21 апреле) саҡырылды.

        Йылдан-йыл был сарала ҡатнашыусыларҙың һаны арта бара.