Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант!

Диктанттың маҡсаты — башҡорт телен танытыу, белемлелек проблемаһына йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү, белем алыуға, уның кимәлен күтәреүгә ҡыҙыҡһыныуҙы дәртләндереү.

Диктантта 22 меңдән ашыу кеше ҡатнашыуы көтөлә. 

Канада, Төркиә, АҠШ, Франция,Германия, Бөйөк британия, Ҡаҙағстан илдәрендә йәшәгән башҡорттар ҙа ҡатнашырға теләк белдергән. Башҡорт теле буйынса диктант яҙыу акцияһы 18 майҙа үтә.

Казанда йәшәүсе милләттәштәребеҙ,heҙҙе лә башҡорт теленән белем кимәлен тикшерергә саҡырабыҙ!
Рәхим итегеҙ!
#башдиктант2019#казань#татарстан#КурултайБашкирРТ#МолодежноеКрыло

Сығанаҡ:
https://vk.com/bashdictant